Беҙ бәләкәй саҡта атайҙы эйәртеп балыҡҡа барһаҡ: «Балыҡ, ҡап-ҡап, яр башында ялтырып ят-ят!» – тип һамаҡлай торғайныҡ. Шулай тип әйтеп, күберәк эләктерергә теләгәнбеҙҙер инде, күрәһең.
Балыҡ ҡармаҡлауға бәйле әллә күпме ырым-ышаныуҙар һаман да йәшәп килә. Ҡармаҡ аша атларға ярамай, юғиһә, балыҡ тотолмаясаҡ. Эләккән береһен һанау ҙа тыйыла. Балыҡҡа китеп барғанда уңыш теләп ҡалһалар ҙа, күп табыш алмауға ишара.
Балыҡҡа бәйле һынамыштар ҙа бар. Яҙ көнө, мәҫәлән, алабуға менән шырт балығы эләкһә, бойҙай, арпа, арыш уңа.