Проект интернет селтәрендә башҡорт музыкаһын популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Бөгөн бөтә донъяның һанлы витринаһына 50-нән ашыу фонограмма индерелгән (ITunes, Google Play, Яндекс.Музыка).
Башҡорт мәҙәни үҙәге башҡарыусылар араһында билдәле булған республикабыҙҙың Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрын, «Йатаған» этно, «Zaman» төркөмдәрен ҡуйған.
– Музыкант булараҡ, башҡарыусыға тәүҙә йырҙы сифатлы итеп яҙҙырып, уны һанлы витриналарға урынлаштырыуға күпме аҡса талап ителгәнен яҡшы күҙаллайым. Ә беҙҙең хеҙмәт бөтә башҡарыусылар өсөн бушлай, – тип белдерә башҡорт музыканты, гитарасы, «Zaman» төркөмөнөң лидеры, Башҡорт мәҙәни үҙәгенең директоры Радмир Мөфтәхин.