Бөтә яңылыҡтар
29 Май 2020, 07:29

Мәҙәниәт министры эш барышы менән танышты

Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылы мәҙәниәте йортонда капиталь ремонт бара. Ундағы эш барышы менән республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова танышты.

Бындағы мәҙәниәт усағы «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә төҙөкләндерелә. 1990 йылда төҙөлгән бинаға масштаблы ремонт талап ителгән була. Объекттағы эштәрҙе ошо йылдың 12 июленә тиклем тамамлау күҙаллана.


Читайте нас: