Бөтә яңылыҡтар
29 Май 2020, 07:53

Парадта ҡатнашыусыларға ҡабаттан саҡырыу ебәрелә

Белеүегеҙсә, Рәсәй Президенты Владимир Путин 26 майҙа Еңеү парады 24 июндә уҙасағын белдергәйне. Унда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла икенсе тапҡыр саҡырыу ебәреләсәк.

Ҡабаттан саҡырыуҙарҙы бөтә ҡатнашыусыларға, шул иҫәптән Франция Президенты Эммануэль Макронға ла юллайбыҙ, – тип белдерҙе Рәсәй Федерацияһының Сит ил эштәре министрлығының беренсе Европа департаменты директоры Алексей Парамонов.
Унан алда Эммануэль Макрон Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан 9 майҙа парадҡа килергә планлаштырғайны. Донъялағы санитар-эпидемиологик хәл арҡаһында мәртәбәле сара уҙғарылмай, бер аҙға кисектереп торолдо.

Читайте нас: