Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, акция 6 апрелдә башланғайны. Унда ғаиләләр, белем биреү ойошмалары, шул иҫәптән уҡытыусылар, өҫтәмә белем биреү учреждениелары педагогтары, китапханасылар, тәрбиәселәр һәм балалар ҡатнаша ала.
Барлыҡ китап һөйөүселәр «Каникулдарҙа уҡыйбыҙ» өсөнсө циклында ҡатнашырға саҡырыла. Уны үткәреү ваҡыты – 1 июндән 31 авгусҡа тиклем. Видеяҙмалар һәм ғаилә менән китап уҡыу ваҡытында төшкән фотоһүрәттәрҙе «Бәйләнештә», «Инстаграм», «Фейсбук» социаль селтәрҙәренә урынлаштырырға кәрәк. Уларға
#Обнимем_ребенка_с_книгой!
#Китап_уҡыған_баланы_ҡосаҡлайыҡ!
тигән хэштектарҙы ла ҡуйырға онотмағыҙ.