Был үҙгәрештәр Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров етәкселегендә ҡаралды. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров билдәләүенсә, улар «Экология» милли проектының һәм республиканың социаль-иҡтисад үҫеше стратегик йүнәлештәренә ҡағыла. Мәҫәлән, «Ҡалдыҡтарҙы етештереү һәм файҙаланыу менән идара итеү системаһын яҡшыртыу» программаһына контейнер майҙансыҡтарын төҙөкләндереү, сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙар менән тәьмин итеү, сүплектәрҙе юҡҡа сығарыу ингән өс маҡсатлы күрһәткес өҫтәлде. 2024 йылға тиклем атмосфера һауаһының бысраныуын күҙәтеүсе 7 автоматлаштырылған станция төҙөләсәк.