– Юл хаҡын түләргә мөмкинлегең булмаһа, бушлай алып барам. Тик рәхмәт кенә әйтегеҙ ҙә сәбәбен аңлатмайынса сығығыҙ, – тиелә уның автобусына эленгән яҙыуҙа.
Үҙ күҙҙәре менән күреүселәр һүҙҙәренсә, 221 рейс автобусы шулай йөрөтә икән. Кемдәрҙер водителдең йомартлығын баһалаһа, икенселәр мохтаж булмағандарҙың да мөмкинлектән файҙаланып ҡуйыуы бар, тигән шиген белдергән.