Бөтә яңылыҡтар
17 Июнь 2020, 10:45

Исемлектә Өфө дәүләт нефть техник университеты ла бар

RAEX агентлығы иң яҡшы 100 юғары уҡыу йортоноң исемлеген баҫып сығарған. Тәүге урында – Мәскәү дәүләт университеты, икенселә – Мәскәү физика-техник университеты, өсөнсөлә – Милли тикшеренеү йәҙрә университеты.

Әлеге исемлектә Өфө дәүләт нефть техник университеты ла бар. Ул 49-сы урынды биләй. Рейтингты әҙерләгәндә статистик күрһәткестәр, шулай уҡ һорау алыу һөҙөмтәләре иҫәпкә алынған.
Иң яҡшы юғары уҡыу йорттарының рейтингы 2012 йылдан алып билдәләнеп килә. Уларҙың уҡытыу сифатын баһалағанда 42 күрһәткес иҫәпкә алына.
Читайте нас: