Ул «Хәүефһеҙ юл. Йәй 2.0» ҡала акцияһы сиктәрендә белем биреү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре араһында ойошторола. 5 июндән 10 июлгә тиклем барасаҡ бәйге хәүефһеҙ юл хәрәкәте өлкәһендә белем биреү ойошмалары уҡыусыларының әҙерлек кимәлен күтәреү, балаларҙы хәүефһеҙ юл ҡағиҙәләренә өйрәтеү һәм юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәтләнеүҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.