Белем усағының 30 йыл торған бинаһы авария хәлендә, тип табылғайны, хәҙер уның урынына дүрт ҡатлы, майҙаны 8 мең квадрат метр булған яңы мәктәп һалынасаҡ. Тамаша һәм спорт залдары, уҡыу бүлмәләре, ашханаһы булған заманса мәктәп 2021 йылға төҙөлөп бөтөр, тип күҙаллана.