"Тулҡын"да ғаилә менән ял итеү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Балалар, спорт, хоккей майҙансыҡтары бар. Ҙур сәхнә лә эшләнгән. Тағы шуныһы ҡыуаныслы: бында балаларға юл ҡағиҙәләрен өйрәнеү өсөн үҙенсәлекле автоҡаласыҡ төҙөлгән. Заманса видеокүҙәтеү системаһында йөҙҙән артыҡ камера ҡуйылған.