Яңыраҡ уны абруйлы ҡунаҡтар килеп күрҙе. Улар араһында Рәсәй тәбиғәт ресурстары һәм экология министры урынбаҫары Елена Попова һәм Дәүләт Думаһынан Вячеслав Фетисов та бар ине.
"Күп яҡлы Күперле" турист маршруты, шулай уҡ Нөгөш һыуһаҡлағысы ярында "45 квартал" экокемпингындағы һәм "Бейек тау" экоһуҡмағындағы яңы объекттар күрһәтелде.
Әйткәндәй, "Башҡортостан" милли паркы "Экология" милли проектының "Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризмды үҫтереү" федераль проекты сиктәрендә булдырылған.