Әле бына Благовещенда берәүһе 10 йәшлек баланы юл аша сығып барғанында бәрҙергән. 17 йәшлек мотоциклистың тимер аты тейешенсә теркәлмәгән дә булған. Улай ғынамы һуң: идара итеү өсөн танытмаһы ла юҡ икән. Ниндәй яуапһыҙлыҡ! Тапалған балаға медицина ярҙамы күрһәтелгән.
Юлдарҙа һаҡ булһағыҙ ине. Водителдәр тиҙлек режимын, юл ҡағиҙәләрен боҙмаһын, йәйәүлеләр ҙә һаҡланһын, юл аша светофорҙан йәки билдәләнгән урындан һаҡ ҡына сыҡһын ине.
Ҡараңғы ваҡытта кейемегеҙҙә йә сумкағыҙҙа яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтар булыуы кәрәк.