Беренсенән, балалар шырпы, ут ҡабыҙғыс уйынсыҡ түгеллеген бәләкәйҙән белергә тейеш. Ут яғыу, газ тоҡандырыу өлкәндәр өйҙә саҡта ғына башҡарылһын.
Бәлә электр сымдарынан да сығыуы бар. Был осраҡта уны һыу һибеп һүндерергә маташыу хәүефле.
Ут бәләкәй генә саҡта уны еүеш юрған йә таҫтамал менән ҡаплап һүндерергә мөмкин. Тарала башланымы, тиҙерәк өйҙән сығып ҡасырға. Быны иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Янғындан карауат йәки икенсе берәй нәмә артына йәшенеп, күпме бала һәләк була?! Танауҙы еүеш сепрәк менән ҡаплап, эйелеп кенә сығығыҙ. Ҡалала лифтҡа ултырыу хәүефле, ут һүнһә, бикләнеп ҡалыуың ихтимал. Тиҙ генә берәй оло кешегә хәбәр итергә, телефондан 101 һандарын йыйып, янғын һүндереүселәргә хәбәр итергә. Бәләкәй балалар йәшәгән адрестарын ятлап алһын.
Өлкәндәр балаларҙың үҙҙәрен генә өйҙә ҡалдырмаһын ине. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәйек, бәлә-ҡаза урап үтһен.