«Хәҙер авария, һәләкәт йәки хәүефле тәбиғәт күренеше генә түгел, ә хәүефле ауырыу таралыу арҡаһында ла ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителеүе ихтимал. Ҡанунда пандемия шарттарында республика власть органдарының вәкәләттәре аныҡланды. Юғары әҙерлек йәки ғәҙәттән тыш хәл тәртибен индергәндә улар үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен билдәләй, республика биләмәһендә бөтә граждандар һәм ойошмалар уларҙы үтәргә бурыслы», — тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.