Осрашыу барышында персональ мәғлүмәттәрҙе һаҡлау буйынса ведомство эшмәкәрлеге, тыйылған контентты асыҡлау, элемтә селтәрҙәрен үҫтереү мәсьәләләре хаҡында фекер алыштылар.
– 2012 йылда интернет селтәренән тыйылған контентты алып ташлау буйынса ҡанун ҡабул ителгәндән алып бөгөнгәсә 1 миллион 500 меңдән ашыу материал юҡҡа сығарылды. 2019 йылда ғына – 531 мең материал. Бында тәүге урында экстремистик һәм террористик ойошмаларҙың материалдары тора, 208 мең материал, – тип белдерҙе Андрей Липов.
Ул ил етәксеһенә ведомство эше хаҡында ла ентекле һөйләне.