– Предприятиены ҡотҡарырға кәрәк. Әгәр ҙә уның акционерҙары был хәлдән сығыу юлын күрмәй икән, мин дә акционер булып иҫәпләнәм, сөнки 38,28 процент акцияға республика хужа, яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙгә аласаҡбыҙ. Беҙгә билдәле өлөштө һатып алып, контроль пакетҡа хужа булырға һәм предприятие менән, урындағы халыҡ булараҡ, идара итергә кәрәк, – тине ул.
Радий Фәрит улы әйтеүенсә, әгәр ҙә «Башҡорт сода компанияһы» республика ҡулына күсһә, уның артабанғы үҫеше альтернатив сеймал сығанаҡтарында планлаштырыласаҡ.