– 2021 йылдан информатиканан БДИ-ны компьютер формаһына күсереү хәл ителде. Көҙ көнө Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт ошоноң буйынса фекер алышыу ойошторасаҡ. Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан информатиканан БДИ-ны компьютерҙа тапшырыу буйынса демоверсия баҫылып сығасаҡ. Үҙгәрештәр тураһында мәғлүмәт һәр информатика уҡытыусыһына һәм имтиханда ҡатнашыусыларға еткереләсәк. Имтиханды ошондай форматта үткәреүгә төбәктәрҙең әҙерлеген тикшереү өсөн һынауҙар ҙа үткәрелеп ҡараласаҡ, – тип белдерҙе әлеге ведомствола етәксе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Анзор Музаев.
Әйткәндәй, 2018 йылда Рәсәйҙә информатиканан 71 мең 704 уҡыусы БДИ тапшырған, ә 2019 йылда был күрһәткес 80 мең 25-кә еткән. Быйыл иһә 83 мең 610 сығарылыш синыф уҡыусыһы һынау үткән.