Республикабыҙҙың 228 ауыл мәктәбендә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн матди-техник база яңыртыласаҡ. Был хаҡта мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Был ҙур проектты тормошҡа ашырыу өсөн республика Хөкүмәте һәм Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы менән килешеү төҙөлгән дә инде.
– Проект спорт залдарын һәм майҙансыҡтарҙы яңыртыуҙы, шулай уҡ мәктәптәге спорт клубтарын үҫтереүҙе талап итә, – тип аңлатма бирелә мәғариф һәм фән министрлығынан.