Бөтә яңылыҡтар
31 Август 2020, 15:07

Программалау буйынса курста уҡығың килһә...

Республикабыҙҙа программалау буйынса бушлай курстарға уҡыусылар йыя башланылар. Һайлап алыу 10 сентябргә тиклем дауам итәсәк.

Бәхетлеләр исемлегенә эләгер өсөн логик фекерләүҙе тикшергән тест эшләргә, унан әңгәмәләшеү үтергә кәрәк. Тест yandexlyceum.ru сайтында ойошторола.
Әлеге «Яндекс лицей» проектына VIII – IX синыфтар ҡабул ителеп, ике йыл дауамында тәрәнәйтеп компьютер оҫталыҡтарына өйрәнә. Курстың тәүге яртыһында уҡыусылар Python программалау телен уҡыһа, икенсе йылында сәнәғәт программалауы менән танышасаҡ.
Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Салауатта өсөнсө тапҡыр уҡыусылар йыйылһа, Нефтекама һәм Ишембайҙа – икенсе тапҡыр. Был уҡыу йылында уларға Октябрьский ҡалаһы ла ҡушыласаҡ.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, дәрестәр көндөң икенсе яртыһында аҙнаһына ике мәртәбә үтәсәк. Санитар-эпидемиологик хәлгә ҡарап, йөрөп тә, ситтән тороп та уҡыясаҡтар.
Башҡортостанда был проект үҙебеҙҙәге мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы булышлығында ғәмәлгә ашырыла.
Читайте нас: