2-һенән 10 сентябргә тиклем республиканың 10 ҡалаһында асыҡ һауала концерттар, оҫталыҡ дәрестәре һәм ижади осрашыуҙар уҙғарыу көтөлә. Фестиваль үткән һәр тораҡ пунктында артистарға халыҡ музыкаһы жанрында эшләүсе урындағы үҙешмәкәр коллективтар ҡушыласаҡ. Фестивалдә Башҡортостан исеменән «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө сығыш яһай.