Бөтә яңылыҡтар
11 Сентябрь 2020, 12:15

"Халыҡҡа – башҡорт китабы"!

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана 10 сентябрҙән 10 октябргә тиклем «Халыҡҡа – башҡорт китабы» изгелек акцияһын ойоштора.

Йыйылған китап Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә башҡорт халҡын хеҙмәтләндереүсе китапханаларға тапшырыласаҡ. Башҡорт яҙыусыларының башҡорт һәм урыҫ телдәрендәге йыйынтыҡтары һәйбәт торошта ҡабул ителә. Улар Рәсәй төбәктәре китапханаларының китап фондын тулыландырыласаҡ.
Китаптар Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 4-се йорт адресы буйынса ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 287 – 13 – 09.
Читайте нас: