— Хәҙер, пандемия шарттарында, ирекмәнлек хәрәкәте, минең ҡарамаҡҡа, ғүмерҙә булмағанса үҫеш алды. Шундай акцияларҙың береһе — "Беҙ бергә". Бында 120 меңдән дә күберәк кеше бергәләп ауыр хәлдә ҡалыусыларға ярҙам итте, ирекмән-медиктар дауаханаларҙың "ҡыҙыл зона"ларында эшләне. "Мәғариф" милли проекты, "Социаль әүҙемлек" федераль проекты иң беренсе йәһәттә ирекмәнлек һәм уны күтәреү инфраструктураһын булдырыуға йүнәлтелгән.
Беҙ партнёрҙарыбыҙ -"Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте" менән мәктәп йәшенән эшләй башлайбыҙ. Ул һеҙҙең ҡушыу буйынса булдырылған һәм беҙ координаторҙары булып торабыҙ. "Ҙур тәнәфес" конкурсы - бер миллиондан ашыу ҡатнашыусыны йыйыусы матур башланғыс. "Рәсәй — мөмкинлектәр иле" платформаһы сиктәрендә уҡыусылар өсөн "Минең беренсе бизнесым" конкурсы бар, — тип белдерҙе Александр Бугаев.