Хәҙер инде район халҡын хеҙмәтләндереүсе фельдшер-акушер пункттарының эш урындары персональ компьютерҙар менән йыһазландырыласаҡ. Әлеге проектты тормошҡа ашырыу маҡсатында фельдшерҙар электрон медицина документ әйләнешен алып барыу, тар йүнәлешле белгестәргә йүнәлештәр биреү, телемедицина консультациялары үткәреү мөмкинлектәренә эйә булған автоматлаштырылған эш урындары менән тәьмин ителә.