-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
30 Сентябрь 2020, 13:55

Гран-при – Балаҡатай һылыуында

Мәсетле районында республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш райондары буйынса "Һылыуҡай – 2020" Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҙары конкурсының кастингы үтте. Унда Мәсетле, Ҡыйғы, Дыуан, Салауат һәм Балаҡатай райондарынан 14 бәйгесе һынау тотто.

Шулай итеп, Гран-приҙы Балаҡатай һылыуы Наҙгөл Ғәлиуллина яуланы. Наҙгөл артабан "Һылыуҡай – 2020" конкурсының финалында үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ. Ә "Һылыуҡай – 2020" титулына эйә булған ҡыҙҙың исеме 4 декабрҙә билдәле буласаҡ.
Төп бүләк – автомобиль буласаҡ хужаһын көтә!
Читайте нас: