Бөтә яңылыҡтар
2 Октябрь 2020, 10:12

Ауырғазыла ике фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Ауырғазы районының Таштамаҡ һәм Әпсәләм ауылдарында капиталь ремонттан һуң ике фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды. Ундағы эштәр "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы башҡарылған. Был объекттарҙың дөйөм суммаһы 12 миллиондан ашыуҙы тәшкил итә, медицина ҡоролмалары менән йыһазландырыуға 1 миллионға яҡын аҡса тотонолған.

Әпсәләм фельдшер-акушерлыҡ пункты Ҡорманай һәм Иҫке Әпсәләм ауылдарынан 600-гә яҡын кешене хеҙмәтләндерә. 70 квадрат метрлы яңы бинала аҙ хәрәкәтләнгән граждандар өсөн дә бөтә шарттар тыуҙырылған. Шулай уҡ фельдшер, акушерканың ҡабул итеү, процедура-прививка, яраны бәйләү, медицина персоналы, йыһаз бүлмәләре бар. Фельдшер-акушерлыҡ пункты бөтә кәрәкле ҡоролмалар, йыһаздар менән тәьмин ителгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ауырғазы районында 41 фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй. 2025 йылға тиклем тағы ла 9 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡуйыу планлаштырыла.




Читайте нас: