Бөтә яңылыҡтар
9 Октябрь 2020, 16:26

"Башҡортостан — тарих көҙгөһөндә"

9 — 12 октябрҙә баш ҡалабыҙҙа Республика көнө уңайынан "Башҡортостан — тарих көҙгөһөндә" тип исемләнгән архитектура инсталляция-күргәҙмәһе эшләй башлай. Шулай уҡ "Тарих ирекмәндәре" уникаль проекты ла тормошҡа ашырыласаҡ.

9 октябрҙән башлап Республика көнө уңайынан төрлө саралар үтәсәк. Шуларҙың иң сағыуҙарының береһе — "Башҡортостан — тарих көҙгөһөндә" проекты. "Башҡортостан" дәүләт концерт залына (Ленин урамы, 50) ингән ерҙә хәҙерге урбанистик стилдәге интерактив клубтар урынлаштырылған. Уларҙың һәр береһе 100 йыллыҡ республика тарихы битен күрһәтә. Бер яҡ ҡырҙарында видеопрезентация күрһәтелә, икенсе яҡта көҙгөләрҙә күргәҙмә ҡунаҡтары, үтеп барыусылар, ҡала пейзажы сағылдырыла. Көҙгө яҫылыҡтары үҙенсәлекле урынлашыу айҡанлы, ҡарарға килеүселәр үҙҙәрен республика тарихы, инсталляция өлөшө итеп тоя ала.

Шулай "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Еңеү ирекмәндәре" эшләйәсәк, улар үткәндәргә ҡыҙыҡлы экскурсия ойошторасаҡ, 20 быуат башында республиканың нисек ойошоуы тураһында билдәле булған мәғлүмәттәр хаҡында һөйләйәсәк. Халыҡ-ара мөнәсәбәт, тарих һәм шәрҡиәтселек кафедраһы уҡытыусылары һәм студенттар ирекмәндәр булып эшләйәсәк.

Әлеге күргәҙмә бөгөн, 9 октябрҙә, көндөҙгө сәғәт 3-тә эшләй башлап, 12 октябргә тиклем дауам итәсәк.
Читайте нас: