Ә 1 июндән 20 авгусҡа тиклем ошо уҡ үҙәктең сайтында республика шәжәрә төҙөүселәр һәм «Ғаиләм – минең ҡәлғәм» ғаилә ижадының видеояҙма бәйгеләре ойошторолдо. Тәүгеһендә 37 кеше ҡатнашһа, икенсеһендә – 49 ғаилә.
Ниһайәт, еңеүселәр исемдәре билдәле булды. Шәжәрә төҙөүселәр конкурсында Октябрьский ҡалаһынан Рәшиҙә Ғилфанова Гран-при алды. «Ғаиләм – минең ҡәлғәм»дә – Туймазы районынан Хәсәншиндәр ғаиләһе, һүрәттәр бәйгеһендә Сибайҙан 8 йәшлек Аделина Рәсүлева һәм Баймаҡ ҡалаһынан 13 йәшлек Илһам Үтәрбаев еңеү яуланы. Асҡын районы хакимиәте башлығынан махсус бүләк – «Танып» шифаханаһына юллама Бөрйән районынан шәжәрә төҙөүсе Инзирә Баязитоваға һәм Асҡын районының Солтанбәк ауылынан йәш Суфияновтар ғаиләһенә тапшырылды.