20-22 октябрҙә һауа температураһы төндә +1-ҙән,+6-нан -1,-6 градусҡаса түбәнәйә, аяҙытҡанда –10-ға тиклем, көндөҙ +5,+10 була. Көньяҡ райондарҙа +15-тән -1 градусҡа хәтлем. 22 октябрҙә ямғыр урынына епшек ҡар яуыуы көтөлә. 21, 22 октябрҙә төндә һәм иртән юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. 22 октябрҙә республиканың көнсығыш райондарында ваҡытлыса ҡар ятыуы мөмкин.