Күптән түгел баш ҡалабыҙҙағы Юрий Гагарин урамының 60-сы йорт ишек алдына балалар майҙансығы ҡуйылды. Ул «Реаль эштәр» проекты буйынса барлыҡҡа килде. Быға балалар ҙа, атай-әсәйҙәр ҙә ҡыуанып бөтә алмай. «Инде хәҙер балаларыбыҙ үҙебеҙҙең ишек алдында уйнаясаҡ, ә унан алда күрше йортоҡона йөрөй инек», – ти ата-әсәләр.