Ултырышта, ғәҙәттәгесә, Рәсәй һәм башҡа дәүләттәрҙән сәйәсмәндәр, эксперттар, журналистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә ҡатнашты.
– Бөтә илдәр буйынса теге йәки был сикләүҙәр индерелгән, ҡағиҙә буйынса, күп кешеләр ҡатнашлығында саралар туҡтатылған. Әлеге йыл һеҙҙең клуб өсөн дә еңелдән булманы. Шулай ҙа иң мөһиме – әүҙем эшегеҙҙе дауам итәһегеҙ. Хәҙерге заман дистанцион технологиялары ярҙамында үткер, йөкмәткеле бәхәстәр үткәрәһегеҙ, бәхәсләшәһегеҙ, үҙҙәренең баһалары менән бүлешеүсе яңы эксперттарҙы йәлеп итәһегеҙ. Донъяла яуап талап итеүсе шул тиклем ҡатмарлы һорауҙар булғанда бындай һөйләшеү, әлбиттә, бик тә мөһим һәм файҙалы, – тип белдерҙе Рәсәй Президенты.