-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
28 Октябрь 2020, 09:43

Милли электрон китапхана менән танышасаҡтар

Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 12 ноябрҙә "Милли электрон китапхана" тип исемләнгән дәрес үткәрергә йыйыналар икән.

Был көндө китапханасылар өлкән синыф уҡыусыларын ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндереүҙең яңы форматы — "Милли электрон китапхана" менән таныштырасаҡ. Улар "Мәҙәниәт" милли проектының нисек тормошҡа ашырылыуын, Рәсәй китапханалары фондында баҫылған һәм баҫыласаҡ, бында һаҡланған бөтә баҫмаларға һәм фәнни эштәргә — тарихи һәм мәҙәни китап ҡомартҡыларынан алып яңы авторҙарҙың әҫәрҙәренә тиклем ирекле инеүҙе тәьмин итеү хаҡында һөйләйәсәк. Бынан тыш, ҡыҙҙар һәм егеттәр "Милли электрон китапхана" проектының үҫеш тарихы, ҡатнашыусылары кемдәр булыуын, виртуаль китапхана менән нисек ҡулланыу мөмкинлеге хаҡында ла беләсәк.

Читайте нас: