Ике ил башлығы Сүриәләге хәлдәр буйынса үҙ һүҙҙәрен еткерҙе. Идлиб һәм Заефратьела хәлдәрҙең стабилләшеүе буйынса булған килешеүҙәрҙе ике яҡлап көсәйтеү мөһимлеге билдәләнде. Шулай уҡ Ливия проблемаһы, Таулы Ҡарабахтағы ваҡиғалар үҫеше хаҡында ла һөйләштеләр. Владимир Путин Әзербайжан һәм Әрмәнстан етәкселәре менән бәйләнеше, тиҙ арала килешеү һәм көрсөктө эскалациялауҙы бөтөрөү өсөн яһалған аҙымдар хаҡында ла хәбәр итте.