-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
29 Октябрь 2020, 17:20

Аш тоҙо ла ярҙам итә икән

Пандемия башланыу менән Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ғәҙәттәге аш тоҙон коронавирус инфекцияһын иҫкәртеүсе иң ябай ысул тип атаны. Отоларингологтар тоҙ иретмәһен сирләгәндән һуң еҫ һиҙеүҙе тергеҙеү өсөн ҡулланырға кәңәш итә. Айырыуса Ырымбурҙағы Соль-Илецк ятҡылығында сығарылған тоҙҙоң файҙалы икәнен белдерәләр.

Баҡһаң, унда бик көслө антиоксидант – селен бар икән. Ғалимдарҙың фекеренсә, цинк, D витамины һәм селен инфекцияға ҡаршы тороусанлыҡты арттыра.
– 2007 йылда уҡ Рәсәй Фәндәр академияһы тикшеренеүҙәре аш тоҙонда был минералдың булыуын раҫланы, – ти "Илецксоль" метрология, сертификация һәм сифат департаменты етәксеһе Елена Матвеева. – Бер килограмм Илецк тоҙона 17 микрограмм селен тура килә. Балыҡ, ит, сәтләүек, ярмалар менән бергә беҙҙең аш тоҙо ла селенды ҡулланыуҙың тәүлек балансын тулыландырырға ярҙам итә.
Коронавирусты иҫкәртеү маҡсатында тоҙ иретмәһе менән танау ҡыуышлығын сайҡатыу йоғошло сирҙәрҙе барлыҡҡа килтереүсе вируслы һәм бактериаль ҡуҙғытҡыстарҙы кәметә. Отоларингологтарҙың әйтеүенсә, тоҙ иретмәһе сирләгәндән һуң еҫ һиҙмәү үҙенсәлегенән ҡотолорға ярҙам итәсәк. Шулай уҡ поливитаминдар ҡулланыу һәм күберәк шыйыҡлыҡ эсеү ҙә тиҙерәк аяҡҡа баҫырға ярҙам итә икән.
Фото: pinterest.ru
Читайте нас: