Бөтә яңылыҡтар
11 Ноябрь 2020, 08:06

Ауыл биләмәләре буйлап концерт ойошторолдо

"Мәҙәниәт" милли проекты буйынса Ҡариҙел районы автоклублы — күп функциялы күсмә мәҙәниәт йортло булды.

Был ғәҙәти булмаған автомобиль- сәхнәһе, кинотеатры һәм китапханаһы булған тулы ял итеү үҙәге. Автоклуб еңел генә концерт майҙансығына әйләнә ала. Ул яҡтылыҡ, тауыш һәм видеоҡоролмалар менән йыһазландырылған. Бындай мобиль үҙәктә төрлө мәҙәни-киң күләмле саралар үткәрергә була.

Ҡариҙелдәге район мәҙәниәт йортоноң ижади коллективы үҙәк китапхана, райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән мәҙәни программа төҙөп, ауыл биләмәләре буйлап тур ойошторҙо. "Үҙгәрештәр еле" концерты, "Уҡырға яратыусылар өсөн" китаптар, "Ностальгия" тигән музей күргәҙмәһе, "Өфөнән һөйөү менән" башҡорт фильмын ҡарау ауыл халҡына ныҡ оҡшаны. Коронавирус инфекцияһы айҡанлы сикләүҙәр булыуға ҡарамаҫтан, йәйге-көҙгө тур 10-дан ашыу ауыл биләмәһен урап сыҡты. Автоклуб Ҡариҙел ауылында үткән күп сараларҙа ла ҡатнашты.

Читайте нас: