Был бәйгелә 3-тән 17 йәшкә тиклемгеләр ҡатнаша ала. Һынауҙар "Вокал", "Хореография", "Инструменталь жанр", "Цирк сәнғәте", "Театр сәхнәләштереүе", "Нәфис һүҙ", "Мода театры" номинациялары буйынса үтәсәк. Конкурста ҡатнашыусыларҙы Рәсәй һәм Башҡортостандағы алдынғы мәҙәниәт һәм сәнғәт белгестәре баһалаясаҡ.