Бөтә яңылыҡтар
19 Ноябрь 2020, 15:30

Боҙ майҙансыҡтарын әҙерләү бара

Һыуыҡтар етеү менән Әлшәй районында боҙ майҙансыҡтары әҙерләнә башланы. Уйындар һәм конькиҙа йөрөү өсөн быйыл 23 хоккей ҡабы буласаҡ.

Райондың һәр бер ауыл биләмәһендә лә майҙансыҡтар эшләйәсәк. Был урындарҙа ҡыш буйына хоккей ярыштары, төрлө спорт саралары ойоштороласаҡ.
Читайте нас: