Бында көсөн һынарға Башҡортостанда йәшәгән 6-нан 17 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр саҡырыла. Бәйге түбәндәге номинациялар буйынса уҙа:
– «Ҡош тураһында әкиәт» (прозаларҙа: әкиәт, хикәйә, эссе);
– «Ҡош тураһында әкиәт» (шиғри әҫәрҙәрҙә: мәҫәл, шиғыр, поэма);
– «Ҡанатлы дуҫыма хат» (иншала һайлаған ҡош тураһында белемеңде күрһәтергә кәрәк: йәшәү урыны, туҡланыуы, йәшәү рәүеше...);
– «Йыл ҡошо тураһында әкиәт – 2020» – торна тураһында проза;
– «Йыл ҡошо тураһында әкиәт – 2020» – торна тураһында шиғыр.