Әгәр ҙә һин химиянан шундай шәп олимпиадалар призёры икән, быға ирешә алаһың. Нисекме? Химиянан үҫмерҙәр республика олимпиадаһына килһәң, өйрәтерҙәр. Бында VII-VIII синыф уҡыусылары ҡатнашырға саҡырыла.
Муниципаль (һайлап алыу) этабы 25 ноябрҙә онлайн рәүештә үтәсәк. Финалда ҡатнашыусыларҙы теоретик һәм тәжрибә турҙары, олимпиадала ҡатнашыу буйынса оҫталыҡ дәресе, химия шоуы көтә. Иң-иңдәргә бағыусылар шәп бүләктәр әҙерләгән, йәйге «Изотоп» химия мәктәбенә саҡырыу ҙа тапшырыласаҡ.
Дуҫтар, http://anodrb.ru сайтында тиҙерәк теркәлә һалып, эштәрҙе онлайн үтәп ебәрә һалығыҙ. Һорауҙарығыҙ булһа, http://anodrb.ru сайтына инеп ҡарай алаһығыҙ.