Ошо көндәрҙә Нәзилә Юнысова гөрләтеп ҡаҙ өмәһе үткәрҙе. Испанияның урамы башҡортса шаян һәм төрлө йырҙарынан яңғырап торған. "Һәр милләттең үҙ теле, үҙ тарихы, үҙ йолалары бар. Беҙ шуның менән үҙенсәлеклебеҙ һәм байбыҙ. Испанияла төрлө халыҡ бер ғаилә булып, дуҫ һәм татыу йәшәйбеҙ. Ниндәй милләттән булмаһын, һәр кем тәү сиратта кеше булып ҡалырға тейеш. Һәм, әлбиттә, үҙ телен, моңон, ғөрөф-ғәҙәттәрен ихтирам итергә тейеш", – тип йылмая Севилья ҡалаһында күп башҡорт байрамдарын үткәргән уңғанбикә.
Тик игелек тиреп йәшәгән, бар донъяға яҡтылыҡ өләшкән Нәзилә Юнысованың тормош юлы гел уң булһын, тип яҙа Гүзәл Иҫәнгилдина.