Башҡортостан биләмәһендә ирекмәнлекте үҫтергән өсөн ирекмәндәр "Башҡортостан Республикаһы ирекмәне" тигән почётлы билдә һәм танытма менән бүләкләнәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, майҙа республика Башлығының ирекмәндәр менән осрашыуы үткәйне. Ошонан һуң төбәктә ирекмәнлек хәрәкәтен үҫтереү өсөн шарттар булдырыу буйынса күп эштәр башҡарыласағы билдәләнде. Шуларҙың береһе — ирекмәндәргә почётлы наградаға нигеҙ һалыу ине.
— Был республикалағы бөтә ирекмән командаларының хеҙмәте өсөн ҙур баһа, — тип белдерҙе йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов.
Башҡортостан Хөкүмәте почётлы билдә һәм танытмалар бланкын эшләү өсөн финанслау сығанағын билдәләйәсәк. Уларҙы әҙерләү республика Башлығының эштәр идаралығына йөкмәтелде.