Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй төбәктәренән һәм республикабыҙ райондарынан 20 һылыуҡай финалға сыҡты. Проекттың Гала-концерты 3 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк. Ул тарихта тәүге тапҡыр онлайн режимда ойошторола. Тамашасылар "Һылыуҡай" конкурсы барышын республика халыҡ ижады үҙәгенең YouTube каналынан күҙәтә ала.