Әлеге электрон курсты иҡтисад һәм социаль өлкәлә шөғөлләнгән 514 кеше үҙләштерҙе. Ошо йүнәлештә тыңлаусылар һаны буйынса Яңауыл районы лидерҙар рәтенә инде. Уҡыу заманса веб-технологиялар ҡулланып, "Башҡортостан Республикаһы электрон белем биреү" платформаһында үткәйне.
—Был уҡыу курсы хеҙмәткәрҙәргә һанлы грамоталылыҡ өлкәһендә оҫталыҡтарын арттырырға ярҙам итә, — тип белдерҙе Яңауыл районынан муниципаль хеҙмәт, кадрҙар эше һәм коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса бүлек етәксеһе Гөлшат Хәзипова.