Мәғариф һәм фән министрлығы, мәғарифты үҫтереү институты ҡарамағындағы был үҙәктәр берҙәм үҙәк селтәренә берләшкән. Уларға методик яҡтан ярҙам күрһәтелә, юғары белем биреү учреждениелары менән бәйләнеш булдырылған. 2019 йылда Башҡортостан «Үҫеш нөктәһе» үҙәктәре һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында тәүге өсәүҙәр рәтенә ингән.