Бөтә яңылыҡтар
14 Декабрь 2020, 07:25

Республикабыҙҙа смс-сервис эшләй

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы, республикабыҙҙа граждандарға коронавирусты тикшереү һөҙөмтәһен еткереү буйынса смс-сервис эшләүен дауам итә. Бындай уңайлылыҡ тикшереү һөҙөмтәһен алыу ваҡытын кәметә, ә пациенттарға хәҙер медицина ойошмаларына шылтыратырға ла кәрәкмәй.

Әлеге көндә республикабыҙҙа йәшәүсе 150 меңдән ашыу кеше ПЦР-тест һөҙөмтәһен алған. Ыңғай һөҙөмтә килгәндә артабан нимә эшләргә кәрәклеге хаҡында белдерелә.



Читайте нас: