— Фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыу Әзекәй ауылы халҡы өсөн Яңы йыл бүләге булды. Элеккеһе 1964 йылда төҙөлгән һәм санитар талаптарға яуап бирмәгән. Хәҙер инде ауыл халҡының бөтә санитар нормаларға яуап биргән, кәрәкле ҡоролмалар менән йыһазландырылған яҡты, йылы, уңайлы медицина пункты бар, — тип белдерҙе үҙәк район дауаханаһының баш табибы Булат Сәйетов.
Фельдшер-акушерлыҡ пунктында пациенттарҙы ҡабул итер өсөн привика һәм процедура кабинеттары, оло йәштәгеләрҙе ҡабул итеү, ҡарау, дарыуҙарҙы һаҡлау һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмәләр бар. Яңы медицина учреждениеһында беренсел медицина ярҙамынан тыш, медицина анализдары ла алынасаҡ.