-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
24 Декабрь 2020, 15:10

Акция уңайынан байрам саралары көтөлә

Баш ҡалабыҙ ҙа «#ЁлкиАрт» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Был проектты «Таврида» арт-резиденцияһы, «Мәҙәниәт ирекмәндәре» йәмәғәт хәрәкәте ойоштора. Әлеге сара Өфөлә республикабыҙҙың мәҙәниәт министрлығы, баш ҡала хакимиәте, республика халыҡ ижады үҙәге булышлығында уҙғарыла. Ошо уңайҙан байрам саралары 25 декабрҙә үтәсәк.

Был көндө тамашасылар алдында киң танылған «Арғымаҡ» этно-рок, «Ант» төркөмдәре, «Айтуған» башҡорт бейеүҙәре ансамбле сығыш яһаясаҡ. Ойоштороусылар һәм ирекмәндәр микрорайон әүҙемселәре, «Йәшлек» балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр берекмәһе, «Ауаз» башҡорт фольклор коллективы менән берлектә квестар, шыршы уйынсыҡтары, биҙәүестәр, битлектәр һәм гирляндалар яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштора.
Акцияла «#Яңы йылға биш минут» музыка челленджы байрам яңылығы буласаҡ. Бында бөтә ил халҡына «Биш минут» йырына үҙеңдең куплетыңды яҙып, социаль селтәрҙәрҙә дөйөм хэштег менән баҫып сығарырға ҡушыла. Иң яҡшы куплеттар берҙәм трекка йыйылып, музыка платформаларына тәҡдим ителәсәк.
Сара Кузнецовский Затонында Геологтар урамындағы 51 һәм 51/1 йорттары араһында ишек алдында, урамда көндөҙгө сәғәт 3-тә башланасаҡ. Бында һәр кем ҡатнашып, байрам кәйефе тыуҙыра ала. Өфөнән тыш, «#ЁлкиАрт» акцияһына арналған саралар республикабыҙҙың 5 районында 11 урында үтәсәк.
Читайте нас: