Ике ил лидеры Таулы Ҡарабах янындағы хәл-ваҡиғаны ҡараны. Рәсәй Президенты билдәләүенсә, төбәктә хәл-торош стабилләшә, 9 ноябрҙә Рәсәй, Әзербайжан Президенттары һәм Арменияның Премьер-министры тарафынан төҙөлгән өс яҡлы килешеү эҙмә-эҙлекле үтәлә. Баҡы һәм Ереван һорауы буйынса халыҡтың хәүефһеҙлеген һәм һуғышты туҡтатыу режимын тәьмин иткән Рәсәй тыныслыҡ һаҡлаусыларының уңышлы эше билдәләнде. Шулай уҡ Таулы Ҡарабахтағы эште яйға һалыуҙа ике яҡлы хеҙмәттәшлекте дауам итеү әҙерлеге иҫбатланды. Көнүҙәк мәсьәләләрҙән – ҡасаҡтар ҡайтыуына бәйләнгән гуманитар проблемалар, инфраструктураны тергеҙеү, дини һәм мәҙәни һәйкәлдәрҙе һаҡлау аталды.