Финалға алты ғаилә сыҡҡайны. Улар «Башҡортостан» рестораны ашнаҡсыһы үткәргән кулинар оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты, шулай уҡ патриотик, тарихи, биҙәү-ҡулланма майҙансыҡтарында һынау тотто. Бөтә ғаиләләр конкурс комиссиялары ағзаларынан тура эфирҙа эштәр алып, өйҙән генә ҡатнашты.