Әле тышта бик һыуыҡ. Был осорҙа ҡоштарға аҙыҡ табыуы ауырлаша. Ҡанатлы дуҫтарыбыҙға ярҙам кәрәк. Тағараҡтар эшләп, унда емдәр һалып торһағыҙ, күп ҡоштарҙы һаҡлап ҡалыр инек. Килештекме? Ә кемдәр тағараҡтар эшләй белмәй, бөгөн көндөң тәүге яртыһында экология-биология үҙәктәрендә оҫталыҡ дәрестәре уҙасаҡ. Ә икенсе яртыһында ҡоштарҙы белеү буйынса белемегеҙҙе тикшереп ҡарай алаһығыҙ.